5 февраль
5 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 36-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 329 көн ҡала (кәбисә йылында 330).
| ← февраль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | |||||
| 2017 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1924 — ВВС радиоһы теүәл ваҡыт сигналдарын тапшыра башлай.
- 1928 — D витамины яһалма юл менән синтезлана.
- 1960 — Башҡортостандың Туймазы ҡалаһына нигеҙ һалына.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1897 — Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (05.02.1897 — 19.08.1918), Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.
- 1911 — Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1924 — Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы (Александр Матросов), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1940 — Сәбилә Сөләймәнова, педагог-методист һәм тел ғалимы, педагогия фәндәре кандидаты. 1985—1988 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры.
- 1947 — Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (05.02.1947, паспорт буйынса 5 март), шағир, яҙыусы, ҡурайсы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1983).
- 1947 — Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы (05.02.1947 — 09.11.1980), ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе. Филология фәндәре кандидаты (1960). БАССР-ҙың Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1965).
- 1999 — Василий Леонтьев, күренекле ғалим-экономист, 1973 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1977 — Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).