26 ноябрь
26 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 330-се көнө (кәбисә йылында 331-се). Йыл һуңына тиклем 35 көн ҡала.
| ← ноябрь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | |||
| 2017 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Монголия — Республика көнө.
Төркмәнстан — Уңыш көнө.
Себер татарҙары —
Себер татарҙары теле көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1394 — Сеул Кореяның башҡалаһы була.
- 1917 — НХЛ нигеҙләнә.
- 1924 — Монголия республика тип иғлан ителде.
- 1934 — Новосибирскта травмай йөрөй башланы.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ковшова Наталья Венедиктовна (26.11.1920 — 14.02.1942) — Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, снайпер.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зәйнулла Әмин улы Ихсанов (26.11.1906—25.12.1997) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле башҡорт ғалимы һәм физиологы, медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь революцияһы, ике «Почёт Билдәһе» һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө губернаһы Силәбе өйәҙе Мәтәл ауылынан.
- Яков Ухсай (26.11.1911 — 07.07.1986) — Сыуашстандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, тәржемәсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан (элекке Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (26.11.1942) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй медицина-техник академияһы академигы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Сындәүләт ауылынан (хәҙер юҡ).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Александров Игорь Васильевич (26.11.1954) — совет һәм Рәсәй физигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, физика кафедраһы мөдире, Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация-технология системалары Институты директоры, «Наноструктуралы материалдар һәм юғары технологиялар» (ӨДАТУ) Фәнни-белем биреү үҙәге етәксеһе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1547 — Джованни Кариани, итальян рәссамы.
- 1967 — Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы (Ғүмәрский Ғиләж), драматург, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
- 1982 — Юхан Аави, эстон композиторы.